Хыялдағы әкиәти һарай... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Хыялдарҙа йәшәй тотош ауыл

* * *



Күп хыялдар - әкиәти һарай,
Унда матур, рәхәт, йылы, яйлы,
Тәҙрәләрҙән гел-гел ҡояш ҡарай,
Ҡапҡаларын аса алмай ҡайғы.
Ул һарайҙа һүрелмәй мөхәббәт,
Диуарынан ҡаҡлыға хөсөттәр,
Әрнетерлек һүҙ әйтмәй яҡындар,
Ғәйбәтселәр таламай ас эттәй.
Балаларың өсөн хафа ла юҡ,
Бар эштәре сөнки ал да гөлдәр,
Ғәрәсәттәр зыян һала алмай,
Иҫеп үтә бары иркә елдәр.
Ул һарайҙа булмай юғалтыуҙар,
Гел үтәлеп кенә тора теләк,
Дуҫтарың да бары ышаныслы,
Туғандарың һәр саҡ ныҡлы терәк.
Тик ғәмәлдә һарай ҡаҡшап ҡуя,
Ауып ҡуя ҡойма- ҡапҡалары,
Селпәрәмә килеп донъялары,
Туҙған оя ғына ҡала бары.
...Берсә ҡояш – өндә, берсә дауыл
Йылға ағыр кеүек кире ҡарай...
Ярай әле ишектәрен япмай
Хыялдағы әкиәти һарай.


2014